Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 13:30

#Путин Чубайсты махсус вәкил итеп тәғәйенләне

"Роснано" корпорацияһы етәксеһе вазифаһынан бушатылған Анатолий Чубайсты Президент Владимир Путин халыҡ-ара ойошмалар менән бәйләнеш буйынса үҙенең махсус вәкиле итеп тәғәйенләне, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Был тәғәйенләүҙең сәбәбе булараҡ, “үҫеш тотороҡлоғон тәьмин итеү маҡсаты өсөн”, тип әйтелә унда.
Анатолий Чубайс “Facebook”тағы үҙенең битендә: “Миңә был тормошта күңелгә ятмаһа ла ил өсөн мөһим булған эштәр менән шөғөлләнергә тура килде. Был юлы ил өсөн дә үтә мөһим һәм үҙем өсөн дә бик мауыҡтырғыс эштәр тора алда”, - тип яҙа.
Читайте нас: