Боҙҙоңдамы әллә йәне була?!
Йылы, нурлы, шундай салт аяҙ...
Зәңгәр ҡыштың эҫе ҡосағынан
Ҡош һайратып тыуыр бер саҡ яҙ!
Шишмә булып көлөр...
Ә әлегә
Хайран ҡалдым серле боҙҙарға:
Ҡурай таждарынан ҡуръяҡ - осҡон
Сәсрәй гөлтләп күңел - ҡуҙҙарға...
Аһәңлелек еҙ ҡурайын тартып
Йыһан йәне, ғүйә, моң кисә...
Илһамланып ҡышым ижад иткән
Һыуға һәйкәл - үҙе мөғжизә!
Минзәлә Шөғәйепова