Быйыл Халыҡ-ара бизнес аҙналығы онлайн һәм офлайн үткәрелә. Бөтә ҡулланыусылар ҙа эшлекле программаны онлайн күҙәтеп барырға мөмкин, бының өсөн ibw-bashkortostan.com рәсми порталында теркәлергә кәрәк. Тамашасылар һәм спикерҙар кире бәйләнеш сервистары аша тура эфирҙа фекерҙәрен әйтергә һәм һорауҙарын бирә ала. Әлеге формат форумды мөмкин тиклем хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле итеп уҙғарырға мөмкинлек бирергә тейеш.