Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 12:59

«Иҙел» асҡан исемдәр

Башҡорт һәм татар йырҙарының халыҡ-ара "Иҙел" фестивале 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ике туғандаш халыҡтарҙың һәләтле йәш йырсыларын профессиональ сәхнәгә сығарған фестиваль быйыл Республика Башлығы грантына лайыҡ булды.

Башҡорт һәм татар йырҙарының халыҡ-ара "Иҙел" фестивале 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ике туғандаш халыҡтарҙың һәләтле йәш йырсыларын профессиональ сәхнәгә сығарған фестиваль быйыл Республика Башлығы грантына лайыҡ булды.
Гала концертта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан мәҙәниәт министрлығынан тыш, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя татарҙар конгрессы исполкомы сәләмләне.
Йыл да көҙ айҙарында йәштәр өсөн профессиональ йыр конкурсы уҙғарыла торғайны. Был сара еңеүсерҙе тәбрикләү Гала -концерты менән тамамлана барҙы. Проектта Башҡортостан һәм Татарстандың юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарының вокал бүлегендә белем алған һәм сығарылыш курсы студенттары сығыш яһаны. Төрлө йылдарҙа сәнғәт бәйгеһендә Өфө, Ҡаҙан, Мәскәү, Октябрский, Стәрлетамаҡ, Сибай, Ейәнсура, Баймаҡ, Илеш, Салауат районы вәкилдәре ҡатнаша. Ә Татарстан йылдағыса Ҡаҙан консерваторияһында белем алған сит ил вокалистарын да тәҡдим итте. Былтыр, мәҫәлән, Ҡытай ҡыҙы Сюэ Фэй "Ер еләге йыйғанда" тигән татар йырын башҡарып ғәжәпләндерҙе. Быйыл Гала-концертҡа Ҡытайҙа тыуып үҫкән татар егете Базарбай Бикчәнтаев килде. Ҡасандыр уның ата-бабалары көнсығыш иленә эмиграцияға киткән. Ул - Ҡытай ерендә тыуып үҫкән 5-се быуын вәкиле.
-Ҡытайҙа Шишмә исемле татар ауылы бар. Беҙ ошо ауылда йәшәйбеҙ. Татарҙар һаны буйынса күп түгел, сама менән 5-6 мең кеше. Татар теленә әсәйем өйрәтте, мәктәптә иһә ҡытай һәм ҡаҙаҡ телендә белем алдыҡ. Ҡаҙаҡтар Ҡытайҙа бик күп. Минең исемемде лә атайым ҡаҙаҡ дуҫы хөрмәтенә ҡушҡан. Өйләнгәнмен, ҡатыным Ҡытайҙа тыуған татар ҡыҙы. Әле Ҡаҙан консерваторияһын тамамланым, - ти ул.
Шулай уҡ фестивалдең лауреаттары исемлегендә Латвия, Грузия, Ҡытай, Мексикала йәшәгән йырсылар бар. Улар - "Башҡорт һәм татар халыҡ йыры", "Автор-башҡарыусы", "Башҡорт һәм татар эстрада йыры", "Академик башҡарыу" һәм балалар номинацияһында еңгән башҡарыусылар.
Туғандаш халыҡтарҙың моң күперенә әйләнгән "Иҙел" халыҡ-ара йыр фестивале төрлө йылдарҙа көслө йырсылар тәрбиәләүгә иреште. Улар араһында ағалы-ҡустылы Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Зилиә Бәхтиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, Әлфиә Мырҙабаева, Нух Ҡотоев, Раушан Сөләймәнов, Алмас Хөсәйенов һәм башҡалар бар. Ә 2016 йылғы лауреат Айгөл Әхмәтшина бөгөн - Англиялағы билдәле "Ковент-Гарден" балет һәм опера театры солисты. "Иҙел" фестиваленең баһалама советын һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев етәкләй. Фестивалде ун йыл дауамында ойоштороусылар Лилиә Бәҙәмшина һәм Диана Байтурина быйыл да тамашасылар өсөн матур концерт программаһы, ә ҡатнашыусы лауреаттарға матур бүләктәр әҙерләне.
Читайте нас: