Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 13:05

Башҡорт балы иң яҡшы өсәү иҫәбендә

Кисә тура эфирҙа «Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтарының беренсе милли конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Башҡорт балы «Бөтә илгә» номинацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде.

Кисә тура эфирҙа «Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтарының беренсе милли конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Башҡорт балы «Бөтә илгә» номинацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итте.
«Был конкурсты йыл да ойошторорға уйлайбыҙ. Унда ҡатнашыусылар абруй яулап ҡына ҡалмай, еңеүселәр өсөн урындағы брендтарҙы үҫтереүҙең комплекслы саралары ла тормошҡа ашырылыр, был иһә ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле һәм иң мөһиме – илебеҙҙең сифатлы аҙыҡ-түлеге менән тағы ла яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирер», — тип билдәләне Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев.
Конкурсҡа Башҡортостандан 26 милли ризыҡ тәҡдим ителде. Еңеүселәр 8 номинацияла билдәләнде, улар араһында 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем дауам иткән халыҡ тауыш биреүе ҙур популярлыҡ яуланы. Рәсәйҙәр үҙҙәренең яратҡан ризығы өсөн миллиондан ашыу тауыш бирҙе. Тауыш биреүҙең һуңғы көндәрендә башҡорт балы ышаныслы рәүештә тәүге унау иҫәбенә инде. Беҙҙең бренд бында еңә алманы, ләкин ул – илдең 79 төбәгенең 508 ғаризаһы араһында иң яҡшы унау иҫәбендә.
Әммә, алдан билдәләнгәнсә, һуңғараҡ балыбыҙ лайыҡлы баһаланды. Конкурстың «Бөтә илгә» номинацияһында еңеүселәрен Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова иғлан итте.
«Ҙур тулҡынланыу менән номинацияла өсөнсө урынға Башҡорт балы лайыҡ булыуын иғлан итәм», – тине ул.
Икенсе һәм беренсе урындарҙы Адыгей сыры һәм Вологда майы алды. Республика брендтарының «Беҙҙең ауылдан» номинацияһында ла еңеү мөмкинлеге бар ине. Башҡорт ҡорото һәм «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы иһә бында иң яҡшы унау иҫәбенә инде.
Фото: Яндекс Картинки
Читайте нас: