Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 17:05

Бурыстарҙы түләргә тәҡдим ителә

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы төбәк халҡына мөрәжәғәт итте

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы төбәк халҡына мөрәжәғәт итте
2020 йылдың 1 декабрендә 2019 йыл өсөн физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымын түләү мөҙҙәте тамамланды.
Башҡортостандың һалым органдары мөлкәт һалымдарын (транспорт һалымы, ергә һәм милеккә һалым) законда билдәләнгән ваҡытҡа түләмәгән һалым түләүселәргә бурыстарын ҡапларға тәҡдим итә.
Шуға иғтибарығыҙҙы йүнәлтәбеҙ, һалымын түләмәгән кеше 2 декабрҙән үк автоматик рәүештә бурыслы тип һанала һәм һалым буйынса бурыс суммаһына көн һайын пеня өҫтәлә.
Бурысты түләтеү суд аша башҡарыла, был инде өҫтәлмә финанс юғалтыуҙарына: дәүләт пошлинаһын һәм артабан – башҡарыу йыйымын түләүгә килтерә.
Бурыс булыу (булмауы) тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтындағы “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” электрон сервисында, күп фунциялы үҙәктәрҙә (МФЦ), һалым органдарында һәм шулай уҡ һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны (+7 (347) 226-38-00) аша белергә мөмкин.
Читайте нас: