«Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның легендар дикторы, радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, тауышы быуындар символына әүерелгән Наилә Ғәләүетдинова Рәсәйҙең почетлы исеме бирелде. Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин 2020 йылдың 7 декабрендә «Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен биреү тураһында Указға ҡул ҡуйған. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы
хәбәр итте.