"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 14:05

Тупланма пенсияны “туңдырыу” өс йылға оҙайтылды

#ВладимирПутинРәсәй президенты Владимир Путин тупланма пенсияны 2023 йыл аҙағына тиклем туҡтатыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

#ВладимирПутин
Рәсәй президенты Владимир Путин тупланма пенсияны 2023 йыл аҙағына тиклем туҡтатыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы.
Ярашлы документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған һәм ул 2021 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.
Пенсияның тупланма өлөшө 2014 йылдан бирле “туңдырылған”. Был эш хаҡынан алты процент отчислениелар страховка өлөшөнә йүнәлтелеүен, йәғни хәҙерге пенсионерҙарға пенсия түләүгә тотонолоуын аңлата.
Аңлатма яҙмала һыҙыҡ өҫтөнә алыныуынса, был ҡарар “мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһында страховкаланған кешеләрҙең пенсвия хоҡуҡтары күләмен кәметмәй”. Шул уҡ ваҡытта был закон 2023 йылда федераль бюджеттан Пенсия фондына трансферттарҙы 669,3 млрд мумға тиклем кәметергә мөмкинлек бирәсәк
Читайте нас: