Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 18:05

Һуңғы тәүлектә 148 кешелә COVID-19 асыҡланған

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәттәренә ярашлы, үткән тәүлектә республикала COVID-19 йоҡторған 148 кеше асыҡланған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәттәренә ярашлы, үткән тәүлектә республикала COVID-19 йоҡторған 148 кеше асыҡланған, 417 кешегә дауаханан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған.
Пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһы бөтәһе 15560 кешелә теркәлде.
Һуңғы тәүлектә COVID-19-ҙан тағы бер үлем осрағы теркәлеп, төбәктә был вирустан вафат булыусылар һаны 94-кә етте.
Стационарҙарҙа хәҙер диагнозы раҫланған 618 кеше дауалана, шуларҙың 48-е ауыр хәлдә, ИВЛ аппараттарына 14 ауырыу тоташтырылған. Ауырыуҙы еңел формала үткәргән 2146 кеше амбулатор дауалана.
Читайте нас: