Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 22:05

Яңы йылға – яңы ҡағиҙәләр

Быйыл республикала уҡыу алдынғылары өсөн Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамы уҙғарылмай.

Быйыл республикала уҡыу алдынғылары өсөн Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамы уҙғарылмай, тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы.
Коронавирус арҡаһында Ҡыш бабай бүләктәре балаларға йорттарында ғына бирелә. Башҡортостан башлығының шыршы байрамына йыл һайын 800 самаһы уҡыусы саҡырыла ине.
Тағы бер яңылыҡ. Кремлдәге шыршы кисәһенең дә быйыл үткәрелмәү ихтималығы ҙур.
Республикала шыршылы боҙ майҙансыҡтары һаны ғәҙәттәгенән кберәк буласаҡ. Был ҙур майҙандарға барыусылар һанын кәметәсәк, ти белгестәр.
Коронавирус хатта байрам тәртибен дә үҙгәртә. Быйыл балаларҙы ҡотларға килгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың КОВИД 19 сире менән ауырымауы тураһындағы белешмәһе булырға тейеш. Иртәлектәр хәҙер бер ни тиклем сикләүҙәр менән ойошторола, шуға ла Ҡыш бабайҙың хеҙмәтенә талаптар ҡаты.
Читайте нас: