Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 13:00

Бәхил бул, САЛАУАТ МОСТАФА улы!

Яҡташыбыҙ, Бикбау ауылында тыуып-үҫкән Салауат Мостафа улы Итбаев вафат булды. Башҡорт филармонияһы һәм телевидение ветеранына июлдә 75 йәш тулғайны. Ул һөйләшеүҙәр жанры, сценарийҙар оҫтаһы ине, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ине.

Яҡташыбыҙ, Бикбау ауылында тыуып-үҫкән Салауат Мостафа улы Итбаев вафат булды. Башҡорт филармонияһы һәм телевидение ветеранына июлдә 75 йәш тулғайны. Ул һөйләшеүҙәр жанры, сценарийҙар оҫтаһы ине, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ине.
Салауат Мостафа улы ижад юлын 1973 йылдан ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайында эшсе йәштәр театрының художестволы етәксеһе булараҡ башлап ебәрә. 1977 йылдан, Өфө дәүләт институтының театр факультетын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада артисынан профессиональ режиссер кимәленә тиклем юл үтә. Уның һәләтенең күп ҡырлылығы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Фәриҙә Ҡудашева, Рамаҙан Йәнбәков, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Илфак Смаков ҡатнашлығында үткән концерттарҙа алып барыусы, конферансье һәм нәфис һүҙ оҫтаһы булып эшләгән осорҙа бигерәк тә асыҡ сағыла. Салауат Мостафа улының артислыҡ һәләте М.Шолохов, М.Кәрим, Ә Атнабаев һәм Т. Арслан әҫәрҙәре буйынса ҡыҙыҡ сағыу образдар тыуҙырырға булышлыҡ итә. 1999 йылдан Башҡорт филармонияһының эстрада етәксеһе, шулай уҡ 1992 йылдан 1999 йылғаса “Башкортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһында режиссер була.
300-ҙән ашыу театр, концерт тамашалары, юбилей программалары, байрам саралары, хөкүмәт концерттары, Татарстанда, Төркиәлә, Мәскәүҙә уҙғарылған фестивалдәрҙең сценарий авторы һәм режиссеры. Заһир Исмәғилев, Назар Нәжми тураһында видеофильмдар, «Шәжәрә» тарихи телеочерктар циклы, «Ултырайыҡ әле бөгөн кис» телешоуы һәм башҡаларҙың режиссеры.
Өс ай элек кенә Сибайҙа уның улын, Сибай башҡорт драма театры актеры Марс Итбаевты һуңғы юлға оҙатҡайнылар.
"Ейәнсура таңдары" гәзите редакцияһы яҡташыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: