"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2020, 17:00

#аш-һыу Еләк

Һәр кем Яңы йылды иҫтә ҡалырлыҡ итеп ҡаршылайһы, тәмле ризыҡтар менән яҡындарын һыйлайһы килә. Бына был ЕЛӘК барыһына ла оҡшар, моғайын. Түбәндәге рецепт менән “ер еләге”н әҙерләп ҡарағыҙ әле, үкенмәҫһегеҙ. Яңы йыл өҫтәленә йәм өҫтәр.

Кәрәкле ингредиенттар:
Сельд балығы, һуған, йәшел тәмләткестәр, сөгөлдөр, картуф, лимон һуты, зәйтүн майы, петрушка, кунжут.
Әҙерләү:
сөгөлдөр менән картуфты бешереп алығыҙ, әрсеп таҙалағыҙ. Сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан үткәрегеҙ, картуфты иҙегеҙ һәм икеһен ҡушығыҙ.
Балыҡты һәм һуғанды ваҡлап турағыҙ, йәшел тәмләткес үләндәр өҫтәгеҙ.
Сөгөлдөр-картуф ҡатнашмаһынан бәләкәс йәймәләр эшләгеҙ. Уртаһына балғалаҡ менән балыҡлы ҡатнашманы һалығыҙ һәм еләк формаһын әүәләгеҙ.
Зәйтүн майы, лимон һутынан соус әҙерләп, уны “еләк”кә ҡойоғоҙ, кунжут һибегеҙ. Пертушканан “мыйыҡса”лар эшләп ҡуйығыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: