Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2020, 12:45

#БашҡортТелеЙылы Еңеүселәр кемдәр?

Кисә Өфөләге “Арт-Квадрат” майҙанында “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара үтте. Уның барышында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан тормошҡа ашырылған башланғыстар, башҡорт телен киңерәк танытыуға арналған проекттар менән таныштырыу ойошторолдо. Сара офлайн һәм онлайн алымдарҙа үтте, уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тура эфирҙа ҡарау мөмкин булды.

Кисә Өфөләге “Арт-Квадрат” майҙанында “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара үтте. Уның барышында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан тормошҡа ашырылған башланғыстар, башҡорт телен киңерәк танытыуға арналған проекттар менән таныштырыу ойошторолдо. Сара офлайн һәм онлайн алымдарҙа үтте, уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тура эфирҙа ҡарау мөмкин булды.
Сарала Башҡорт теле көнө айҡанлы иғлан ителгән башҡортса открыткалар, вайндар ижад итеү, уҡыусылар һәм студенттар араһындағы “Башҡорт блогеры” конкурстарына йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙең исемдәре аталды. Иң яҡшы башҡорт блогеры тип Айгиз Аҫылбәков танылды.
Иң күп башҡорт вайны төшөрөүселәр:
Азамат Мөхәмәтйәнов (Владивосток ҡалаһы) һәм Зәлиә Шаһибалова (Өфө ҡалаһы), шулай уҡ Азамат был конкурстың 1-се урынын да да яуланы. Иң популяр вайн авторы – Әлзирә Заһиҙуллина (3898 ҡарау). Иң яҡшы электрон асылма (открытка) авторы тип Минзәлә Вәлшина билдәләнде.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” тип аталған социаль видеороликтар конкурсы ла интернет киңлектәрендә бик йәнле барҙы. “Ҡыҙыҡлы, матур йөкмәткеле эштәр ҡабул иттек. Сер түгел, һуңғы йылдарҙа интернеттағы башҡорт контенты ярайһы уҡ яҡшы тулыланды, байыны, хәҙер беҙгә сифат тураһында уйларға кәрәк. Шуға күрә был конкурсты иғлан иткәндә беҙ сифат йәһәтенән етди генә талаптар ҡуйҙыҡ”, - тине фонд директоры Гөлназ Йосопова. Бүләктәр ҙә талаптарға ярашлы ине: беренсе урын өсөн – Apple iPhone 11, икенсе урынға – ноутбук, өсөнсөгә – планшет. Шулай итеп, был конкурстың еңеүселәре:
I урын – Эльнара Фәйзуллина;
II урын – Лилиә Яҡшыдәүләтова;
III урын – Азамат Мөхәмәтйәнов.
"Тамашасы һөйөүе" номинацияһында 1169 тауыш менән Наҙгөл Хөсәйенова еңеүсе тип табылды.
Артабан сарала башҡорт телен үҫтереүҙә арналған проекттарҙың авторҙары, йәмәғәт лидерҙары, полилингваль мәктәптәр етәкселәре сығыш яһаны. Сара барышында яңы башҡортса-русса һәм русса башҡортса тәржемә веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү буйынса мобиль ҡушымталар, “Аҫылташ” йәштәр бренды, “Асыл” һәм башҡа интернет проекттар менән таныштырҙылар.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фотолар: сара барышынан скриншот.
Читайте нас: