Табиптар бауырҙы һаҡлаусы аҙыҡтарҙың исемлеген төҙөгəн. Иң файҙалылары – брокколи кəбеҫтəһе һəм сəтлəүек.
Исемлекте артабан алма, цитрустар, авокадо, зəйтүн майы, помидор дауам итə. Был аҙыҡтарҙың барыһында ла бауыр өсөн файҙалы элементтар бар. Кəбеҫтəлə антиоксиданттар һəм Е витамины, сəтлəүектə – омега-3 май кислотаһы, алмала пектин, цитруслы емештəрҙə С витамины булһа, авокадо еңел үҙлəштерелеүсе майҙарға һəм витаминдарға бай, ə зəйтүн майыорганизмды токсиндарҙан таҙартыу һəлəтенə эйə. Помидор – аминокислоталар хазинаһы.
Фото: okzdorovye.ru
"Йәшлек"тән.