"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 14:00

Аҙна башында ҡаты һалҡындар көтөлә

Башҡортостанда аҙна башында һалҡын була, минус 28 градусҡаса һыуыта, тип иҫкәртә республика синоптиктары.

Башҡортостанда аҙна башында һалҡын була, минус 28 градусҡаса һыуыта, тип иҫкәртә республика синоптиктары.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — минус 15-20, урыны менән 23-28 градус һалҡын. Көндөҙ — минус 7-12 , урыны менән 17 градус.
Шишәмбе Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 15-20, урыны менән 23-28 градус һыуыҡ. Көндөҙ — минус 8-13 градус. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа һауа минус 5 градусҡаса йылына.
Шаршамбы көндө лә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — минус 13-18, урыны менән 21-26 градус һалҡын. Көндөҙ — минус 6-11 градус.
Читайте нас: