Социаль селтәрҙәге битендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбе уҡыусыларының видеоролигын урынлаштырған, унда уҡыусылар республика халҡын байрам датаһы менән ҡотлай.
“Беҙ башҡорт телен уҡытыу ысулдарын үҙгәрттек, һәм, был рус телле класс балаларының йылмайған йөҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙең яңы алымдар уларға оҡшай”, – тип яҙа Радий Хәбиров.
Үҙенең яҙмаһын республика етәксеһе “Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым!” тигән һүҙҙәр менән тамамлаған. Республика хөкүмәтендәге кәңәшмә лә ҡотлау менән башланды.
Бөгөн Башҡортостанда Башҡорт теле көнөнә арналған киң программа көтөлә. Кис “Башҡортостан” дәүләт концерт залында байрам концерты була, унда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала.