Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу осраҡтары арта бара, 14 декабргә уларҙың һаны 16 меңдән ашты. Был хаҡта “Башинформ”
хәбәр итте. Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә яңғыраған мәғлүмәттәре буйынса, вирус йөрөтөүселәрҙең дөйөм һаны – 16317 кеше. Тәүлек эсендә 154 сир йоҡтороу осрағы раҫланған.