Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 20:00

Коронавирус менән ауырыусыларға нимә ярай, нимә ярамай?

Коронавирус менән ауырыусыларға Яңы йыл менюһынан ыҫланған, майлы, боросло ризыҡтарҙы һәм алкоголде төшөрөп ҡалдырырға кәрәк, сөнки был ризыҡтар ашҡаҙан-эсәк трактына ауырлыҡ тыуҙыра, тип белдергән РИА Новости тарафынан һораштырылған табип-диетологтар.

Эксперттар йәшелсә һәм еләк-емешле ризыҡ, цитруслы желе, быуҙа бешерелгән ит йәки балыҡ, сыр һәм шампан урынына витаминлы морс кәңәш итә.
«Яңы йыл өҫтәленә йыш ҡына ғәҙәти тормошта сикләнгән аҙыҡ-түлек ҡуябыҙ… Тик коронавирус эсәклеккә лә, ашҡазанға ла йоғонто яһай. Шуға күрә барлыҡ боросло, тоҙло, майлы ризыҡтарҙы кәметергә кәрәк. Йәшелсәләрҙе парҙа бешерергә, йә булмаһа сей килеш салатҡа ҡулланырға мөмкин. Коронавирус менән ауырыусы кешеләргә ашҡаҙан-эсәк трактын ялҡынһыныуҙан һаҡларға кәрәк»,- тиҙәр диетологтар.
Читайте нас: