Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 18:30

Коронавирус - төп темаларһың береһе

Әлеге ваҡытта тура эфирҙа дәүләт башлығы Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы дауам итә.

Әлеге ваҡытта тура эфирҙа дәүләт башлығы Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы дауам итә.
Йыл йомғаҡтары яһалған осрашыуҙағы һорауҙарҙың күпселек өлөшө коронавирус пандемияһы һәм уның эҙемтәләренә бәйле булыуы бер кемде лә аптыратмай. Һорауҙарҙың күпселек өлөшө ошо темаға арналды. Шул уҡ ваҡытта вакцинаға бәйлеһе лә булды.
Владимир Путин белдереүенсә, 2021 йылдың башында коронавирустан миллион доза вакцина әҙер буласаҡ. Уны күберәк етештереү өсөн яңы заводтар төҙөргә һәм ҡеүәттәрҙе арттырырға кәрәк.
Журналист Президенттан әле прививка яһатҡанмы, юҡмы икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһынды.
– Әлеге ваҡытта препарат граждандарҙың айырым категорияһы өсөн килә. Әле минең сиратым етмәгән. Мин тыңлаусан кешемен. Мөмкинлек булыу менән прививка яһатасаҡмын, – тине Владимир Путин.
Дәүләт башлығы белдереүенсә, вакцина һалдырмау өсөн сәбәп юҡ, ул тулыһынса хәүефһеҙ. Тотош вакцинациялау – коронавирусҡа ҡаршы көрәштә бик кәрәкле сара, тап уның ярҙамында илдә коллектив иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш.
Владимир Владимирович белдереүенсә, Рәсәй вакцина менән башҡа дәүләттәргә лә ярҙам итәсәк. Тик был ил халҡын тәьмин итеүгә ҡамасауламаясаҡ. Сөнки беҙҙең ил вакцина компоненттарын башҡа илдәр майҙансыҡтарында етештерергә йыйына, уларға әҙер вакцина ебәреү булмаясаҡ.
Фото: rybnoe.net
Читайте нас: