Район хакимиәтенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссия ултырышының 2020 йылдың 30 ноябрендәге протоколы нигеҙендә Яңы йыл байрамдарына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү осоронда 21 декабрҙән Муса Мортазин урамында (“Салауат” ФСК-һы ҡаршыһында) автомобиль хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла. Был майҙанда боҙ фигуралары ҡуйыласаҡ һәм байрам саралары ойоштороласаҡ.