Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 13:00

Радий Хәбиров теләктәрҙе тормошҡа ашыра

17 декабрҙə төбəк етəксеһе "Телəктəр шыршыһы" Бөтə Рəсəй акцияһында ҡатнашты. Радий Фəрит улы "Башҡортостан" ДКЗ-һында урынлаштырылған Яңы йыл ҡупшыҡайынан акцияла ҡатнашыусыларҙың телəктəре яҙылған өс шар уйынсығын алды.9 йəшлек Михаил Манулин электрон микроскоп тураһында хыялланғаны

17 декабрҙə төбəк етəксеһе "Телəктəр шыршыһы" Бөтə Рəсəй акцияһында ҡатнашты. Радий Фəрит улы "Башҡортостан" ДКЗ-һында урынлаштырылған Яңы йыл ҡупшыҡайынан акцияла ҡатнашыусыларҙың телəктəре яҙылған өс шар уйынсығын алды.
9 йəшлек Михаил Манулин электрон микроскоп тураһында хыялланғаны асыҡланды.
15 йəшлек Роман Щекатуров өлкəндəр йөрөтə торған өс тəгəрмəсле велосипед алғым килə тигəн.
65 йəшлек Татьяна Буланкина иһə ҙур экранлы планшетым булһын ине тип яҙған. – Был өс хыялды мин мотлаҡ үтəйәсәкмен, – тине Радий Хəбиров. – Рəсəй Президенты Владимир Путиндың инициативаһы буйынса башҡарылған ошо проект бик изге маҡсатты үтəй. Был айырыуса ауыр үтеп барған 2020 йылда бик мөһим. Пандемия һөҙөмтəһендə беҙ үтəргə тейешле бурыстарҙан кешелəр ыҙаламаҫҡа тейеш. Ошо сəбəпле беҙ республика Хөкүмəтенəн һəр беребеҙ бында килеп шыршынан шар сисер һəм унда яҙылғанды тормошҡа ашырыр тип һөйлəштек. Телəктəрҙе бəлəкəй балалар һəм һаулыҡтары яғынан үҙенсəлектəре булған өлкəндəр яҙған. Улар Яңы йыл алдынан мөғжизə көтə - шуны тормошҡа ашырыу беҙҙең бурыс.
Белешмə: "Телəктəр шыршыһы" Бөтə Рəсəй акцияһына 5 декабрҙə илебеҙ лидеры Владимир Путин башланғыс бирҙе. Унда етем балалар, аҙ тəьмин ителгəн ғаилəлəрҙəн балалар, һаулыҡтары ғүмерҙəренə хəүеф менəн янаған ололар ҡатнаша. Ғаризалар 16 ноябрҙəн 15 декабргəсə ҡабул ителде. Башҡортостандан акция сайтына 500-ҙəн ашыу телəк ебəрелгəн. Уларҙы 28 февралгə тиклем тормошҡа ашырасаҡтар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас: