Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 13:00

Республикала халыҡтың аҡсалата килеме кәмегән

2020 йылдың өсөнсө кварталында Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 29 907 һум тәшкил иткән, тип белдерҙеләр Башстатта.

2020 йылдың өсөнсө кварталында Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 29 907 һум тәшкил иткән, тип белдерҙеләр Башстатта. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, халыҡтың йән башына номиналь килеме — 96,4%, реаль килеме 92,7% булған.
Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың туғыҙ айында республикала һәр кемгә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 27 858 һум тура килгән. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылдың ғинуар-сентябренә номиналь килем – 98,5%, реаль килем 95% тәшкил иткән.
Номиналь килем – кешенең хеҙмәт хаҡы, рента йәки табыш рәүешендә алған аҡсаһы.
Реаль килем номиналь килемгә һатып алырға мөмкин булған тауарҙар һәм хеҙмәттәр һаны менән билдәләнә.
Фото: Олег Яровиков / ӨБашинформ
Читайте нас в