«Башинформ» хәбәр итеүенсә, «Әлегә ректорҙар берләшмәһенең ҡарашы шундай: белем биреү процесы бара, уҡытыусыларға эш хаҡы элекке күләмдә түләнә. Аңлайым, федераль университеттар республикаға буйһонмай. Ләкин беҙ ныҡышырбыҙ һәм консенсус табырбыҙ. Кисә Рәсәй Президенты әйткәнсә, «байыраҡ» вуздар уҡыу хаҡын кәметмәһә лә, мәҫәлән, ятаҡта йәшәү, өҫтәмә льгота, стипендия алыу йәһәтенән (айырыуса ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге студенттар өсөн) ниндәйҙер ҡарарға килер, моғайын», — тип белдерҙе мәғариф министры.