Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 16:05

Тел төрлөлөгөн һаҡлаған өсөн йәмәғәт премияһы лауреаты исемен яуланылар

Икенсе йыл рәттән башҡорт википедиясылары тел төрлөлөгөн һаҡлаған өсөн «Төп Һүҙ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаты исемен яуланы.

Икенсе йыл рәттән башҡорт википедиясылары тел төрлөлөгөн һаҡлаған өсөн «Төп Һүҙ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаты исемен яуланы, тип хәбәр итте “Башинформ”. 2019 йылда Башҡорт википедияһы ирекмәндәре «Иң яҡшы социаль башланғыс» номинацияһында айырылып торһа, 2020 йылда «Махус хеҙмәттәр өсөн» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Өс йыл элек илдең тел төрлөлөгөн һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсаты менән булдырылған премияға республика ирекмәндәре «Башҡорт википедияһына 15 йыл» проекты өсөн лайыҡ булды.
«Төп һүҙ» дөйөм Рәсәй проекттар конкурсы илебеҙҙең тел төрлөлөгөн һаҡлауға ярҙам итеүгә, Рәсәйҙә бөтә халыҡтарға, уларҙың телдәренә, ғөрөф-ғәҙәттәренә тигеҙ һәм ихтирамлы мөнәсәбәт булдырған шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу эшен дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Маҡсаты – Рәсәйҙең үҙенсәлекле тел төрлөлөгөнә баҫым яһау, лауреаттарҙың илдең тел мираҫын һаҡлауға индергән тос өлөшөн билдәләү, шулай уҡ сит илдә рус телен үҫтереү.
Фото: социаль селтәрҙәр
Читайте нас: