"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 16:00

Балаларҙың ялын хәстәрләп

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумында ҡала ситендә йыл әйләнәһенә эшләгән муниципаль лагерҙар асыу өсөн балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу тәртибе раҫланды. "Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, 2021 – 2024 йылдарҙа балаларҙың ялын ойоштороу өсөн йыл әйләнәһенә эшләгән туғыҙ профилле лагерь асыу күҙаллана", – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һуңғы ете йылда ҡала ситендәге 42 лагерҙың республика ҡаҙнаһынан 81,3 миллион һумлыҡ ярҙамға эйә булғаны тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта лагерҙарҙың 22 процентында корпустар 50-100 процентҡа иҫкергән. Уларҙағы ял итеү шарттары ла уртасанан түбәнерәк. Лагерҙарҙың күпселегендәге матди-техник база яңыртыуға мохтаж. Йыл әйләнәһендәге эшмәкәрлек өсөн даими хеҙмәткәрҙәр штаты ла кәрәк. Әле Илеш районындағы “Орленок” лагерында төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланып килә. Киләһе йәй ул асыласаҡ. Йыл әйләнәһенә эшләгән лагерҙар булдырыуға конкурста йәнә 12 муниципалитет ҡатнаша."Башҡортостан" гәзитенән.Фото: pravitelstvorb.ru

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумында ҡала ситендә йыл әйләнәһенә эшләгән муниципаль лагерҙар асыу өсөн балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу тәртибе раҫланды.
"Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, 2021 – 2024 йылдарҙа балаларҙың ялын ойоштороу өсөн йыл әйләнәһенә эшләгән туғыҙ профилле лагерь асыу күҙаллана", – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һуңғы ете йылда ҡала ситендәге 42 лагерҙың республика ҡаҙнаһынан 81,3 миллион һумлыҡ ярҙамға эйә булғаны тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта лагерҙарҙың 22 процентында корпустар 50-100 процентҡа иҫкергән. Уларҙағы ял итеү шарттары ла уртасанан түбәнерәк. Лагерҙарҙың күпселегендәге матди-техник база яңыртыуға мохтаж. Йыл әйләнәһендәге эшмәкәрлек өсөн даими хеҙмәткәрҙәр штаты ла кәрәк.
Әле Илеш районындағы “Орленок” лагерында төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланып килә. Киләһе йәй ул асыласаҡ. Йыл әйләнәһенә эшләгән лагерҙар булдырыуға конкурста йәнә 12 муниципалитет ҡатнаша.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: