Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 14:30

Мөһим сарала ҡатнашығыҙ

Башҡортостандың Финанс министрлығы финанс грамоталылығы буйынса һорауҙарға яуап биреүҙә ҡатнашырға саҡыра.

Башҡортостандың Финанс министрлығы финанс грамоталылығы буйынса һорауҙарға яуап биреүҙә ҡатнашырға саҡыра.
Бының өсөн https://golos.openrepublic.ru/polls/204/ һылтанмаһы буйынса “Башҡортостан Республикаһы тауышы” порталына инеп, финанс грамоталылығы буйынса тест-һорау алыуҙа ҡатнашығыҙ.
Был һорауҙарға яуап биреү, 2017 – 2023 йылдарға Финанс грамоталылығын күтәреү стратегияһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы халҡының 2015 – 2020 йылдарҙа финанс грамоталылығын күтәреү буйынса план саралары сиктәрендә үткәрелә.
Һорауҙарға яуап аноним рәүештә бирелә. 27 һорауға яуапты бары 10 минут эсендә бирергә мөмкин.
Тест иғтибарығыҙҙы быға тиклем артыҡ мөһим тип һанамаған финанс грамоталылығы һәм финанс хеҙмәттәрҙән файҙаланған ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәләрендәге мәсьәләләргә йүнәлтергә ярҙам итәсәк.
Һорауҙарға яуап биреүегеҙ республика граждандарының финанс грамоталылығы кимәле тураһында фекер йөрөтөргә һәм финанс мәғарифы буйынса сараларҙың көнүҙөк темаларын асыҡларға булышлыҡ итәсәк. Шуға был мөһим саранан ситтә ҡалмағыҙ.
Фото: республиканың Финанс министрлығы.
Читайте нас: