Сәтләүектән рулет
Ҡамыр өсөн кәрәк: 2 стакан он, 0, 5 стакан шәкәр, 50-100 грамм аҡ май йә маргарин, 1 йомортҡа, 4 аш ҡалағы ҡуйы магазин ҡаймағы, 1/4 балғалаҡ тоҙ, 1/4 балғалаҡ аш содаһы.
Эслек өсөн: 1 стакан грек сәтләүеге, 0,5 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы бал, 1/8 балғалаҡ корица.
Ҡамыр өсөн бар ингридиенттарҙы ҡушып бутайбыҙ һәм шәрбәтле ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы йәйәбеҙ, бер яҡ осон бер аҙ йоҡараҡ итәбеҙ. Йоҡараҡ яғына бал һылайбыҙ ҙа, өҫтөнә шәкәр, онталған сәтләүек һибәбеҙ. Икенсе яғына йомортҡа туҡып һөртәбеҙ.
Хәҙер инде урама формалаштырырға ҡалды. Уны йоҡараҡ яғынан башлайбыҙ. Әҙер ураманы майлы табаға урынлаштырабыҙ. Өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан тишеп сығабыҙ.
Гөлнора Йәмилева