Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 12:30

Социаль әһәмиәтле, мөһим эш

22 декабрь – РФ Пенсия фонды ойошторолоу көнө

22 декабрь – РФ Пенсия фонды ойошторолоу көнө
Ейәнсура МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡотлай:
- Хөрмәтле Рәсәй Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Бөгөн Пенсия фонды граждандарҙың пенсия тупланмалары менән идара итеүҙең берҙәм үҙәкләштерелгән системаһы һәм шулай уҡ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүсе ҙур дәүләт структураһы булып тора. Һеҙҙең эш социаль әһәмиәтле һәм мөһим, сөнки һеҙ дәүләт хәстәрлеген кәүҙәләндерәһегеҙ һәм төрлө йәштәге – сабыйҙарҙан алып ҡарттарға тиклем граждандарға үҙҙәрен яҡланған итеп тойорға ярҙам итәһегеҙ.
Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт һөнәри оҫталығы, үҙ эшен яҡшы һәм төплө белеүе менән генә түгел, юғары шәхси сифаттары, һәр кешегә, уның проблемаларына иғтибарлы мөнәсәбәте менән дә айырылып тороуы ҡыуаныслы.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек, районыбыҙ халҡы именлеге хаҡына һөнәри эшмәкәрлегегеҙҙә яңы уңыштар теләйем!
Читайте нас: