Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 17:00

ЯҠТЫЛЫҠ ҺӘМ ЙЫЛЫЛЫҠ УЛАР ИҢЕНДӘ

22 декабрҙә энергетиктар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Улар энергетика системаларын булдырыу һәм уларға хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә алһыҙ-ялһыҙ эшләй, иҡтисадтың иң мөһим тармағына яуаплы. Ошо уңайҙан уларҙы МР хакимиәте башлығы ДӘМИН ЮЛАНОВ ҡотлай:

МР хакимиәте башлығы ДӘМИН ЮЛАНОВ ҡотлай:
Хөрмәтле энергетика тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Энергетика – иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе, йорттарҙағы именлек һәм тыныслыҡ, халыҡты, предприятиеларҙы, социаль өлкә объекттарын энергия менән ышаныслы һәм тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итеү һәм районыбыҙҙың артабанғы социаль иҡтисади үҫеше был тармаҡтың тотороҡло һәм һөҙөмтәле эшләүенә бәйле. Бөгөн күп йәһәттән һеҙҙең юғары һөнәри оҫталығығыҙ, эшһөйәр булыуығыҙ һәм үҙ эшегеҙгә яуаплы мөнәсәбәтегеҙ һөҙөмтәһендә беҙ райондың энергетик потенциалын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, яңы объекттар төҙөйбөҙ, заманса технологиялар индереүгә булышлыҡ итәбеҙ.
Энергетика тармағының бөтә хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. Аварияһыҙ эш, барлыҡ башланғыстарығыҙ уңышлы тамаланыуын, һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем!
Читайте нас: