"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 11:00

Яңы йыл байрамдарында ла эшләйәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда эшләп килгән ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге Яңы йыл каникулдары осоронда һәм уларҙан һуң да эшләйәсәк. Кемдең коронавирусҡа бәйле һорауҙары бар, көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем 218-19-19 телефоны буйынса шылтырата ала.

Үҙәктең эшмәкәрлеге буйынса уның етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева һөйләне.
– Эшмәкәрлегебеҙ биш аҙна дауам итә, ошо осорҙа 22 мең самаһы шылтыратыу ҡабул иттек. Уларҙың 35,5 проценты 60 йәштән өлкән кешеләрҙән килде. Көн һайын шылтыратыуҙар һаны кәмей башланы, айырыуса ял көндәрендә. Был республикала коронавирусҡа бәйле хәлдең контролдә булыуына ишаралай, – тине ул.
Үткән аҙнала, 14 декабрҙән 20 декабргә тиклем колл-үҙәккә 2,8 мең шылтыратыу килгән. Уларҙың күпселеге, 45 проценттан ашыуы һәр ваҡыттағы кеүек амбулатор ярҙам алыуға бәйле. 13 процент шылтыратыусыларҙы ковидҡа тапшырылған тест һөҙөмтәһе ҡыҙыҡһындырған. 7,7 процент дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм стационар ярҙам тураһында белешә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: