Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 16:00

Ишек алдында шашлыҡ бешерергә ярай. Тик...

2021 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә ғәмәлгә инәсәк янғынға ҡаршы тәртиптең яңы ҡағиҙәләре йорт яны участкаларында усаҡ яғыуҙы һәм шашлыҡ бешереүҙе тыймай. Тик һаҡлыҡ сараһын күреү зарурлығын ғына билдәләй.

2021 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә ғәмәлгә инәсәк янғынға ҡаршы тәртиптең яңы ҡағиҙәләре йорт яны участкаларында усаҡ яғыуҙы һәм шашлыҡ бешереүҙе тыймай. Тик һаҡлыҡ сараһын күреү зарурлығын ғына билдәләй.
“Ҡағиҙәләр йорт ихатаһында усаҡ яғыуҙы, фейерверк атыуҙы тыймай, ә был ғәмәлдәрҙе көйләй, тейешле нормативтарҙы һәм талаптарҙы асыҡлай. Һәр кеше үҙенең алты сутый ерендә ут яғып, шашлыҡ, барбекю йәки башҡа ризыҡ бешерә ала, шул уҡ ваҡытта ул янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Әлбиттә, муниципалитеттар, төбәк власы органдары көндәр ҡоро, эҫе торғанда, көслө ел иҫкәндә үҙҙәренең ҡатыраҡ талаптарын ғәмәлгә индерә ала”, – тине Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш департаменты директоры Ринат Йәнекәев.
Уның әйтеүенсә, ихатала усаҡты йорттан – 20 метр, мангалда утты – 10 метр, айырым осраҡтаҙра ете метр алыҫлыҡта яғырға рөхсәт ителә. Шул уҡ ваҡытта ҡул аҫтында янғын һүндереү саралары (һис юғында, бер биҙрә һыу) булырға тейеш.
Әйткәндәй, 1 ғинуарҙан Хөкүмәттең “Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы тәртип ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы ҡарары ғәмәлгә инә. Уға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙың сарлаҡтарында һәм цоколь ҡаттарында шәхси әйберҙәрҙе һаҡлау тыйыла. Шулай уҡ балкондарҙа һәм лоджияларҙа һүндерелмәгән шәм, тәмәке ҡалдырыу ҙа ҡәтғи тыйыла.
Лилиә Дәүләтбәкова. "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: