"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 11:00

Рәсәйҙә айнытҡыстар системаһы тергеҙелә

Рәсәйҙә айнытҡыстар системаһын тергеҙергә хәл ителде. Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон ҡабул итте.

Рәсәйҙә айнытҡыстар системаһын тергеҙергә хәл ителде. Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон ҡабул итте. Тәүге уҡыуҙа документ уҙған йылдың ноябрендә үк хупланды, тип белдерҙе РИА Новости. Унда әйтелгәнсә, урындағы властарҙың «йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү» вәкәләте барлыҡҡа килә, шул иҫәптән төбәктәргә махсус учреждениеларҙың эшмәкәрлеген ойошторорға кәрәк.
Айнытҡыстар дәүләт-шәхси һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡ тураһында килешеүҙәр нигеҙендә булдырыла. Һаулыҡ һаҡлау, Хеҙмәт һәм Эске эштәр министрлыҡтары ошондай учреждениеларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләрен әҙерләргә тейеш.
Читайте нас: