Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 13:00

Владимир Путин экс-Президентҡа һəм уның ғаилəһенə ҡағылышлы гарантиялар тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Федераль законды РФ Дəүлəт Думаһы ҡабул итте һəм Федерация Советы ла хуплағайны. Əйткəндəй, был өр-яңы закон түгел, ə булғанына үҙгəрештəр индерелде.Ҡанунда үҙгəртелгəн Конституциябыҙға ярашлы, яңылыҡтар индереү тураһында һүҙ бара.

Федераль законды РФ Дəүлəт Думаһы ҡабул итте һəм Федерация Советы ла хуплағайны. Əйткəндəй, был өр-яңы закон түгел, ə булғанына үҙгəрештəр индерелде.
Ҡанунда үҙгəртелгəн Конституциябыҙға ярашлы, яңылыҡтар индереү тураһында һүҙ бара.
Президентҡа вазифаһын үтəүҙе туҡтатҡандан һуң, ниндəй гарантиялар вəғəҙə ителə?
Мəҫəлəн, экс-ил башлығын енəйəти яуаплылыҡҡа тарттырырға ярамай. Йəғни, Дума депутаттарының һəм Федерация советы ағзаларының күпселеге ыңғай тауыш бирмəһə.
Шулай уҡ ҡулға алырға, тентергə, допросҡа саҡырырға йəки шəхси тентеү үткəрергə ярамай.
Элекке Президент тейелгеһеҙ хоҡуҡҡа (неприкосновенность) эйə. Уның был хоҡуғын Федерация Советы ғына юҡҡа сығара ала, унда ла Дəүлəт Думаһы ауыр енəйəттə ғəйеплəһə генə.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: