Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 19:00

ЯҢЫ ЙЫЛДА НИСЕК ЯЛ ИТӘБЕҘ

Ғинуарҙа республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы яңы йыл каникулдары көтә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – эшләмәгән байрам көндәре булып тора.

Ғинуарҙа республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы яңы йыл каникулдары көтә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – эшләмәгән байрам көндәре булып тора.
«2021 йылда 2 һәм 3 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тап килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2 ғинуарҙағы ял көнө — 5 ноябргә, 3 ғинуар 31 декабргә күсерелде», — тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында һәм 2020 йылдың 31 декабрендә эш көнөнөң бер сәғәткә ҡыҫҡарыуын өҫтәнеләр.
Шулай итеп, Яңы йыл каникулдары уңайынан 2021 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 , 8, 9 һәм 10 ғинуары эшләмәгән байрам һәм ял көндәре булып иҫәпләнә.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре – 1 , 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуар отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Читайте нас: