Башҡортостанда быйыл 10 айҙа ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләп сығарылған уртаса айлыҡ номиналь хеҙмәт хаҡы 37 567 һумдан ашыу тәшкил иткән. Был 2019 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 4,5 процентҡа күберәк, тип
хәбәр итә “Башинформ”, республика статистиктары мәғлүмәттәренә таянып.