Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 21:05

COVID-19-ҙың яңы штаммына нисек ҡаршы торсаҡбыҙ

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында төбәккә Великобританияла теркәләгән яңы штаммлы COVID-19 килә ҡалһа, нимәләр эшләнәсәге тураһында хәбәр иттеләр.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында төбәккә Великобританияла теркәләгән яңы штаммлы COVID-19 килә ҡалһа, нимәләр эшләнәсәге тураһында хәбәр иттеләр.
“Әгәр ундай ҡурҡыныс булһа, беренсе тулҡында булған бөтә сараларҙы күрәсәкбеҙ. Был тестар үткәреү, сит илдәрҙән ҡайтыусыларға үҙҡурсалау һ.б. Әгәр был штамм Рәсәй Федерацияһы территорияһында пәйҙа булһа, Роспотребнадзор һәм илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәренә ярашлы эш итәсәкбеҙ. Әммә беҙ алған мәғлүмәт буйынса беҙҙә булған «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһы был подштамм өсөн дә һиҙгер”, – тине ведомство етәксеһе Максим Забелин.
Читайте нас: