Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 14:05

Халыҡ ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдыра

24 декабрь – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән муниципаль район хакимиәте башлығы Д. Юланов ҡотлай.Хөрмәтле ейәнсуралар! 24 декабрҙә республикабыҙҙың төп дәүләт байрамдарының береһен – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә 27 йыл тулыуын билдәләйбеҙ.

24 декабрь – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән муниципаль район хакимиәте башлығы Д. Юланов ҡотлай.
Хөрмәтле ейәнсуралар! 24 декабрҙә республикабыҙҙың төп дәүләт байрамдарының береһен – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә 27 йыл тулыуын билдәләйбеҙ.
Нәҡ ошо көндә 1993 йылда республиканың барлыҡ территорияһында демократик хоҡуҡи дәүләт һәм социаль йүнәлешле иҡтисад нигеҙҙәрен нығытҡан Төп Закон ҡабул ителде. Халыҡ ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырыусы Конституция дәүләтселекте, ижтимағи ҡоролош тотороҡлолоғон нығытыу, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, күп милләтле халыҡтың хоҡуҡтарын һәм азатлығын тәьмин итеү өсөн хеҙмәт итә.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ, районыбыҙ һәм Башҡортостаныбыҙҙың именлеге хаҡына ниәтләгән изге маҡсаттарға ирешеүҙә көс һәм ышаныс теләйем. Был байрам ҡеүәтле илебеҙҙең берҙәм һәм айырылғыһыҙ өлөшө булған республикабыҙҙың сәскә атыуы символы булып торһон.
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: