2021 йылдан республикала өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн түләү схемаһы үҙгәрәсәк. “Башҡортостан” гәзите сайты
хәбәр итеүенсә, 1 ғинуарҙан был категорияға ҡараған ғаиләләр пособиены арттырылған күләмдә аласаҡ. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәксеһе Ленара Иванова белдергән.