Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 18:05

Мең дә бер кәңәш

Урта Азия, Кавказ һәм Европаның көньяҡ һыҙатында киң таралған өрөк ағасының тыуған яғы – Тянь-Шань тауҙары. Өрөк емешенең составында 27 процентҡа тиклем шәкәр бар. Шуға күрә тау араларында йәшәүсе кешеләр өсөн ул төп баллы ризыҡ булып һанала. Пакистанда иһә хәҙер ҙә көн һайын ашай торған ризыҡ булып тора. Был яҡтарҙа йәшәүсе халыҡтың күбеһе оҙон ғүмерле булғанға, Пакистан ғалимдары, бының сере нәҡ бына өрөктө күп ашауҙа, тип иҫәпләй.Өрөк емеше һәр кемгә файҙалы. Ә өлкән йәштәге кешеләр өсөн ул бигерәк тә кәрәк емеш. Сөнки биохимик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 100 г өрөктә 250 г бауырҙа булған тиклем тимер бар. 100 г киптерелгән өрөк емеше – күрәгәлә 17,17 мг-ға тиклем калий була. Ә был иһә йөрәк ауырыуы менән интегеүселәр өсөн бик кәрәкле витамин тигән һүҙ. Өрөктө күп ашаған кеше оҙон буйлы, сәләмәт тәнле була, тип тә әйтәләр. Әммә шәкәр диабеты менән ауырыусыларға уны, составында шәкәр күп булыу сәбәпле, сама менән генә ашарға кәңәш ителә.

Урта Азия, Кавказ һәм Европаның көньяҡ һыҙатында киң таралған өрөк ағасының тыуған яғы – Тянь-Шань тауҙары. Өрөк емешенең составында 27 процентҡа тиклем шәкәр бар. Шуға күрә тау араларында йәшәүсе кешеләр өсөн ул төп баллы ризыҡ булып һанала. Пакистанда иһә хәҙер ҙә көн һайын ашай торған ризыҡ булып тора. Был яҡтарҙа йәшәүсе халыҡтың күбеһе оҙон ғүмерле булғанға, Пакистан ғалимдары, бының сере нәҡ бына өрөктө күп ашауҙа, тип иҫәпләй.
Өрөк емеше һәр кемгә файҙалы. Ә өлкән йәштәге кешеләр өсөн ул бигерәк тә кәрәк емеш. Сөнки биохимик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 100 г өрөктә 250 г бауырҙа булған тиклем тимер бар. 100 г киптерелгән өрөк емеше – күрәгәлә 17,17 мг-ға тиклем калий була. Ә был иһә йөрәк ауырыуы менән интегеүселәр өсөн бик кәрәкле витамин тигән һүҙ. Өрөктө күп ашаған кеше оҙон буйлы, сәләмәт тәнле була, тип тә әйтәләр. Әммә шәкәр диабеты менән ауырыусыларға уны, составында шәкәр күп булыу сәбәпле, сама менән генә ашарға кәңәш ителә.
Читайте нас: