Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 22:05

Медиктар бүләкләнде

Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнөндә Республика башлығы Радий Хәбиров табиптарға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнөндә Республика башлығы Радий Хәбиров табиптарға дәүләт наградалары тапшырҙы, тип хәбәр итте bash.news.
Уның белдереүенсә, халыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә ныҡышмалы хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәтле. Был ҡатмарлы ваҡыт беҙҙе күп нимәгә өйрәтте. Республика һаулыҡ һаҡлау системаһы һынауҙарға бирешмәне, тағы ла һөҙөмтәле эшләй башланы. Тиҙ арала ике ковид-дауахана төҙөнөк. Хәҙер был проектты башҡа төбәктәр өйрәнә, тине Радий Хәбиров. Бөгөн Республиканың 9 табибы Пирогов ордены менән бүләкләнде, 6 хеҙмәткәргә Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеме бирелде, тағы 4 кеше "Атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре" исемен алды.
Фото: bash.news
Читайте нас: