Рәсәй президенты Владимир Путин ил төбәктәре етәкселәренә 31 декабрҙе рәсми ял көнө итергә тәҡдим итте. Президент Дәүләт советы ултырышында билдәләүенсә, йылдың һуңғы көнөндә эш барыбер “йомшаҡ итеп әйткәндә, үҙенсәлекле”, ә законға ярашлы, 31 декабрҙе федераль кимәлдә ял көнө итеү бындай ҡыҫҡа ваҡытта мөмкин түгел.
Бынан алда бындай тәҡдим менән Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы лидеры Сергей Неверов сығыш яһағайны, ул Рәсәйҙең күп кенә төбәктәре быға тиклем үк 31-ен ял көнө итеп иғлан итеүен билдәләне.