Синоптиктар киләһе өс көнгә һауа торошон прогнозланы
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса бөгөн аяҙайыусан болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан секундына 3-8 м тиҙлектә иҫә. Температура көндөҙ минус 7-12 градус.
Йома көндө урыны менән бер аҙ ҡар көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – минус 15-20, көндөҙ минус 7-12 градус.
Шәмбе көндө республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел – көньяҡтан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – минус 16-21, көндөҙ минус 6-11 градус.