Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 20:05

Йыл әйләнәһенә эшләүсе туғыҙ балалар лагеры асыла

Башҡортостанда йыл әйләнәһенә эшләгән 9 балалар лагеры булдырыла. Республика Хөкүмәте Президиумы ҡала янында йыл әйләнәһенә эшләгән муниципаль лагерҙар асыу өсөн балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу тәртибе раҫланы.

Башҡортостанда йыл әйләнәһенә эшләгән 9 балалар лагеры булдырыла. Республика Хөкүмәте Президиумы ҡала янында йыл әйләнәһенә эшләгән муниципаль лагерҙар асыу өсөн балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу тәртибе раҫланы, тип хәбәр итә Башҡортостан ДТРК-һы. Республика Башлығы күрһәтмәһе буйынса 2021-2024 йылдарҙа төбәктә йыл әйләнәһенә эшләгән 9 профилле ял һәм һауыҡтырыу лагер асыу ҡарала. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, һуңғы 7 йыл эсендә Башҡортостанда ҡала ситендәге 42 лагерға республика ҡаҙнаһынан 81 миллион 300 мең һум аҡса бүленгән. Шул уҡ ваҡытта лагерҙарҙың 22 процентында корпустар 50-100 процентҡа иҫкергән. Уларҙа ял һәм йәшәү шарттары ла уртасанан түбән. Лагерҙарҙың күпселеге матди-техник база яңыртыуға мохтаж. Йыл әйләнәһендәге эшмәкәрлек өсөн даими хеҙмәткәрҙәр штаты ла кәрәк. Әле Илеш районындағы “Орленок” лагерында төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланып килә. Киләһе йәй ул балалар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Йыл әйләнәһенә эшләгән лагерҙар булдырыуға конкурста йәнә 12 муниципалитет ҡатнаша.
Читайте нас: