Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 13:30

Флешмобтан ситтә ҡалмағыҙ!

#ТуғанТелемдәҠотлайым28 декабрҙә Башҡортостанда йәшәүселәр республика халыҡтарының туған телдәрендә яңы йыл ҡотлауҙары флешмобында ҡатнаша ала.

28 декабрҙә Башҡортостанда йәшәүселәр республика халыҡтарының туған телдәрендә яңы йыл ҡотлауҙары флешмобында ҡатнаша ала.
Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыу өсөн туған телдә Яңы йыл ҡотлауы менән бер минутлыҡ видеоролик яҙҙырып, социаль селтәргә һалырға кәрәк.
#ПоздравляюНаРодномЯзыке, #ТуғанТелемдәҠотлайым, #НовогоднийБашкортостан хештегтарын ҡуйыу мотлаҡ.
Яңы йыл видеоҡотлауы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телендә төшөрөлөргә тейеш. Камераны горизонталь урынлаштырырға кәрәк. Фотоһүрәттәр, махсус эффекттарҙы файҙаланырға була.
Флешмобта республикала йәшәгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин, йәш сикләүе юҡ.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: