Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 21:00

#МиллиПроект: Мәғариф

«Мәғариф» милли проектына ярашлы, республикабыҙға яңы һары төҫтәге 70 мәктәп автобусы алынды.

«Мәғариф» милли проектына ярашлы, республикабыҙға яңы һары төҫтәге 70 мәктәп автобусы алынды.
Улар Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Ғафури, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Хәйбулла һәм башҡа райондарға, Ағиҙел, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына тапшырылды. Шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығына ҡараған алты белем биреү ойошмаһы – республика инженер интернат-лицейы, спорт йүнәлешендәге 5-се республика интернат-мәктәбе, Сибайҙағы интернат-гимназия, 3-сө башҡорт республика интернат-гимназияһы, Стәрлетамаҡтағы 25-се корррекцион мәктәп, Стәрлебаштағы коррекцион интернат-мәктәп тә яңы автобуслы булды. Шулай итеп, быйыл мәктәп автопаркы 115 яңы транспорт менән тулыланды.
Яңы автобустарҙы тапшырыу сараһында республика Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, район муниципаль һәм ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
Читайте нас: