Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 20:00

#Путин Толкачквты Европа Советында Рəсəй вəкиле итеп тəғəйенлəне

Владимир Путин БР Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай РəйесеКонстантин Толкачевты Европа Советында Рəсəй вəкиле итептəғəйенлəне. Был йəһəттəн республика парламенты етəксеһенең тəжрибəһе ҙур.

Владимир Путин БР Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай Рəйесе
Константин Толкачевты Европа Советында Рəсəй вəкиле итеп
тəғəйенлəне. Был йəһəттəн республика парламенты етəксеһенең тəжрибəһе ҙур.
Башҡортостандың Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтайының матбуғат
хеҙмəте хəбəр итə:
Рəсəй Президенты Владимир Путин «2021–2026 йылдарҙа Европа
Советының Урындағы һəм төбəктəр властары конгресында
ҡатнашыу өсөн Рəсəй Федерацияһы делегацияһы составын раҫлау
тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ баҫып сығарылды
һəм көсөнə инде. Рəсəй Президенты бойороғона ярашлы,
Башҡортостан Республикаһы Дəүлəт Йыйылышы – Ҡоролтай

Рəйесе Константин Толкачев делегация составына инде.
Башҡортостан парламенты спикеры килəһе алты йылға Европа
Советының Урындағы һəм төбəктəр властары конгресының
Төбəктəр палатаһындағы Рəсəй Федерацияһы вəкиле итеп
раҫланды. Владимир Путиндың ошондай уҡ бойороғона ярашлы,
Константин Толкачев 2016 йылдан алып 2020 йылға тиклемге
осорҙа ошо уҡ статуста Европа Советында Рəсəй мəнфəғəттəрен
яҡлағайны.
Константин Толкачев менəн берлектə Төбəктəр палатаһында тағы
ла һигеҙ кеше Рəсəй мəнфəғəттəрен яҡлаясаҡ.
Европа Советы – 1949 йылдың 5 майында барлыҡҡа килтерелгəн иң
оло халыҡ-ара сəйəси ойошма. Рəсəй Федерацияһы 1996 йылдың
28 февраленəн Европа Советы ағзаһы булып тора.
Европа Советы составына 47 дəүлəт инə, уларҙа 800 миллиондан
ашыу кеше йəшəй.
Европа Советының төп органдары структураһына Министрҙар
комитеты, Парламент ассамблеяһы, Европа Советының Урындағы
һəм төбəктəр властары конгресы һəм Кеше хоҡуҡтары буйынса
Европа Суды инə.
Фото: БР Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: