"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 01:25

Илдең иң көслө кешеһе хәҙер Өфөлә йәшәй һәм ул «Урал Батыр»көс экстримы буйынса үҙенсəлекле турнир үткəрҙе

«Урал Батыр» көс экстримы буйынса асыҡ республика турниры иңкөслөлəрҙе йыйҙы. Пандемия сəбəпле сараға 30 тамашасыға ғынаинеү рөхсəт ителде. Ҡалғандар иһə турнирҙы туранан- тура социальселтəрҙə барған трансляциянан күҙəтə алды.

«Урал Батыр» көс экстримы буйынса асыҡ республика турниры иң
көслөлəрҙе йыйҙы. Пандемия сəбəпле сараға 30 тамашасыға ғына
инеү рөхсəт ителде. Ҡалғандар иһə турнирҙы туранан- тура социаль
селтəрҙə барған трансляциянан күҙəтə алды.
Ярышта Башҡортостандан, Ханты-Манси автономиялы округынан,
Мəскəүҙəн, Мурманск, Липецк, Пенза, Силəбенəн килгəн иң көслө
атлеттар биш йүнəлештə үҙ көстəрен, таҫыллыҡтарын күрһəтте.
Ярышты Башҡортостан башлығы Радий Хəбиров та күҙəтте. Көс
экстримы буйынса «Урал Батыр» Республика турнирында
Белгородтан 23 йəшлек Давид Шамей еңеүсе тип табылды. Икенсе
һəм өсөнсө урындарҙы Мəскəүҙəн Максим Дворецкий һəм Дмитрий
Логунов яуланы. «Был, үтеп барған йылда пандемия ғына түгел, бик
күп яҡшы ваҡиғалар ҙа булды. Мəҫəлəн, сəлəмəт тормошто һəм
көстө пропагандалап, Рəсəйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус
Ниғмəтуллин Өфөгə күсеп ҡайтты. Бөгөн спортсы «Урал Батыр»көс
экстримы буйынса үҙенсəлекле турнир үткəрҙе. Физкультураны,
этник спорт төрҙəрен,башҡорт уйындарын һəм Рəсəй халыҡтары
ярыштарын үҫтерəбеҙ һəм пропагандалайбыҙ. Пандемияға
ҡарамаҫтан, алға барабыҙ. Һəммəбеҙ ҙə сəлəмəт булайыҡ», - тип
яҙҙы социаль селтəрендə Радий Хəбиров.
Читайте нас: