Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 14:00

Бушлай катоктар булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы ҡул аҫтындағыларға республика халҡына йылыраҡ мөнәсәбәттә булырға һәм балаларҙа аҡса эшләмәҫкә саҡырҙы.

Башҡортостан Башлығы ҡул аҫтындағыларға республика халҡына йылыраҡ мөнәсәбәттә булырға һәм балаларҙа аҡса эшләмәҫкә саҡырҙы.
«Балалар килеп шыуһын өсөн муниципалитетта бер каток бушлай булырға тейеш. Конькиҙар прокаты түләүле икәнен аңлайым. Ләкин үҙенең конькийы менән килгән баланы индермәү осрағы булмаһын», — тип кәңәш бирҙе Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, ошондай ҡатмарлы йылда балаларға, оло йәштәгеләргә ярҙам итергә кәрәк.
«Күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Хәҙер был мөһимерәк», — тип йомғаҡ яһаны республика Башлығы.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас: