Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 20:05

Коронавирус осоронда эшкә һәләтле халыҡтың үлеме 14% тиерлек артҡан

2019 йылда Башҡортостан властары республикала ғүмер оҙайлығының 72,06 йәштән 72,64-кә тиклем артыуын билдәләне.

2019 йылда Башҡортостан властары республикала ғүмер оҙайлығының 72,06 йәштән 72,64-кә тиклем артыуын билдәләне. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, быйыл ошо күрһәткес 71,73 йәшкәсә кәмене. Һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, был үлемдең артыуына бәйле.
«Ҡатмарлы эпидемиологик хәл килеп тыуғас, ағымдағы йылдың ун айында дөйөм үлем күрһәткесе – 13,8%, шул иҫәптән эшкә һәләтле йәштә үлем осрағы 13,9% артты», — тине Максим Забелин Башҡортостан хөкүмәтендәге ултырышта.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, киләһе йылда властарҙың алдында үлемде кәметеү буйынса ҙур эш тора.
«Республика башлығы киләһе йылда һаулыҡ һаҡлау эшебеҙҙең төп йүнәлеше буласағы тураһында ҡарар ҡабул итте. Шуға күрә граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек – 2021 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең төп бурысы», — тине премьер-министр Андрей Назаров.
Үлем осраҡтарының артыуы менән бер рәттән, республикала сабыйҙар үлемен 11,5% кәметеүгә өлгәшелде.
Фото: Андрей Старостин / “Башинформ”
Читайте нас: