Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 22:50

#РадийХәбиров#МАтбуғатКонференцияһы

Радий Хəбировҡа матбуғат конференцияһында бирелгəнһорауҙарҙың береһе республиканы медицина хеҙмəткəрҙəременəн тəьмин итеүгə бəйле булды.

Радий Хəбировҡа матбуғат конференцияһында бирелгəн
һорауҙарҙың береһе республиканы медицина хеҙмəткəрҙəре
менəн тəьмин итеүгə бəйле булды.
Башлыҡтың яуабы түбəндəгесə:
- Беҙ ике йыл элек үк табиптар етмəүе проблемаһы менəн
шөғөллəнə башланыҡ. 2019 йылда иһə тармаҡҡа 580 белгес килде,
йылды шулай тамамланыҡ. Мин 2018 йыл аҙағында, 19-ҙың
башында райондарға йөрөгəндə, дауаханаламы, ФАП-тамы
етешһеҙлектəрҙе, емереклектəрҙе күреп, хакимиəт башлыҡтарын
əрлəнем, оят түгелме, тип һораным. Юҡ, тиеүселəр ҙə булды.
Сөнки был уларҙың вəкəлəте түгел, имеш. Система шулай ҡоролған
ине – башлыҡ шөғөллəнмəгəн. Минең принциптарым икенсе
төрлө. Ə муниципалитеттарҙа нимə бар, шуға урындағы хакимиəт
башлығы яуаплы. Башлыҡ һаулыҡ һаҡлау өсөн дə яуаплы. Беҙ был

йəһəттəн тəртип урынлаштыра башланыҡ. Хакимиəт башлығы
шөғөллəнгəн ерҙə табиптар проблемаһы хəл ителə. Хет нишлə: үҙең
өйлəн, өйлəндер йə кейəүгə бир, саҡыр, йорт төҙөп бир, ер бир,
балалар баҡсаһы менəн тəьмин ит. Табиптарҙы урындағы етəкселек
эҙлəргə тейеш.
Фото: vk.com
Читайте нас: